Махсус хәрби операцияла яраланып демобилизацияланған яҡташыбыҙ дрондар йыя

«Антиквар» ҡушаматлы яугир фронтта снаряд шартлап контузия ала. Һуңынан ул тыуған яғына ҡайтарыла, әммә «Толпар» пилотһыҙ осоусы апараттар менән идара итеүселәр отрядын етәкләгән командир тыныс тормошта ла буш ултырмай. Ул дрондар йыйыуҙы яйға һалған. Коптерға ул ике тапҡыр Советтар союзы геройы, легендар летчик Муса Гәрәев исемен биргән. Барлыҡ длеталдәрҙе лә яугир-ветеран үҙ иҫәбенә ала.

Бындай «Ҡош» тотош отрядты юҡҡа сығара ала. Дронға беркетелгән зарядҡа ҡарап төрлө техниканы ла шартлатыу мөмкин. Унан ҡасып ҡотолоп булмай. Хатта блиндаж да ҡотҡара алмай. Бәләкәй генә коптер бар ергә лә үтеп инә ала.

«Антиквар» ҡушаматлы яугир