Республикала 101-се гуманитар конвой туплана

Төбәк тарафынан махсус хәрби операцияла Башҡортостан хәрбиҙәре хеҙмәт иткән подразделениеларға әүҙем ярҙам күрһәтелә.

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 29 ғәскәри часть һәм ирекле батальон командирҙары ғаризаларына ярашлы ылауҙар өсөн республика ҡаҙнаһынан 90 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Киләһе конвой менән СВО зонаһына республика иҫәбенә һатып алынған мөлкәттең бер өлөшө ебәрелә - УАЗ автомобиле, ике квадроцикл, элемтә саралары, тепловизорҙар, төндә күреү приборҙары, квадрокоптерҙар менән идара итеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм квадрокоптерҙар, шул иҫәптән разведка, автомобилдәр өсөн запас частар, оргтехника һәм башҡалар.

Йөк составында ҡаҙаҡ- сүкештәрҙән алып юғары технологиялы ҡорамалдарға тиклем бар. Хәрбиҙәргә ярҙам шулай уҡ муниципалитеттар, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған граждандар ҡатнашлығында формалаша.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары