Өфөлә епархиаль табын уҡыуҙары башланды

13-сө тапҡыр ойошторолған сара быйыл «Православ дин һәм Ватан мәҙәниәте» исеме аҫтында үтә. Табын уҡыуҙары Республика митрополияһы тарафынан ойошторола.

Йөҙҙән ашыу милләт дуҫ, татыу йәшәгән Башҡортостанда милли-мәҙәни, дини-ижтимағи саралар даими уҙғарыла. Табын уҡыуҙарының төп маҡсаты мәңгелек рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, үҫтереү. Ошо йәһәттән дин әһелдәре, власть вәкилдәре, фән эшмәкәрҙәре һәм йәмәғәтселектең берлектәге эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Һәм был тәңгәлдә ике традицион конфессияның - ислам һәм православиеның тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе мөһим. Сарала Башҡортостан епархиялары вәкилдәре лә, мосолмандарҙың Диниә назараттары етәкселәре лә сығыш яһаны. Һүҙ йәмәғәтселек менән эшләү, йәш быуынды йәлеп итеү хаҡында барҙы.

Форумда ”Православ ҡатын-ҡыҙҙар берлеге“ халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының республикалағы бүлексәһе вәкилдәре лә ҡатнашты. Ойошма 2010 йылда асылған. Бүлексәләре Рәсәйҙең 40 төбәгендә, донъяның 7 илендә әүҙем эшләп килә һәм бөтәһе меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙы берләштерә. Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, форум милләт, дин, конфессия-ара татыулыҡты нығытыу йәһәтенән бик мөһим. Әлеге заманда был тема айырыуса көнүҙәк.