Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында мәғариф ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Нәфисә Мөхәмәҙиеваның педагогик эшмәкәрлегенә арналған кисә үтте.
Сараны Дыуан районы «Әйлеләр» фольклор коллективы, Иҫке һәм Яңы Хәлил ауылдарының һәүәҫкәр артистары сығышы биҙәне. Абруйлы уҡытыусыны тәбрикләргә Ҡыйғы районы Алағуҙ ауылынан, Дыуан районынан, Өфөнән уҡыусылары йыйылды. Улар ҡыҙыҡлы, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Мәғариф ветераны Нәфисә Мәсәлим ҡыҙының оҙаҡ йылдар дауамындағы педагогик хеҙмәтен юғары баһалап, барлыҡ уҡыусылары исеменән Дыуан районы хакимиәте башлығы ҡотланы. Әйткәндәй, Нәфисә Мөхәмәҙиеваның уҡыусыларының да күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улар араһында 40 йыл педагогик стажға эйә булыусылар ҙа бар.