Уның составында Бүздәк районы халҡы йыйған ярҙам да оҙатыласаҡ. Төбәктә волонтерҙар штабы һәм яңыраҡ асылған «Бергә беҙ көс» патриотик клубы эшләй. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
5 метрлыҡ бауҙың бер яҡ осон бәйләп станокҡа беркеткәс уны үрә башларға ла мөмкин. Бәйләргә өйрәнеү ауыр түгел икәнлеген үҙебеҙ ҙә һынап ҡараныҡ. Тәү ҡарашҡа ябай беләҙек кеүек күренһә лә, кеше ғүмерен һаҡлап ҡала ала. Экстремаль хәлгә эләккәндә 270 килограм йөктө күтәрә алырлыҡ арҡан еңел генә һүтелә һәм уны төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкин.
Ирекмәндәрҙең ҡулдан килмәгән эше юҡ. Берәүҙәр беләҙек үргән арала, икенселәре зип-пакеттарға «ҡоро душ» әйберҙәрен әҙеләп тултыра. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүҙе изге бурыс тип ҡабул итә.
«Бергә беҙ көс» патриотик клубына урындағы «Республика реабилитация үҙәге», район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар йыйыла. Эшмәкәрлек окоп шәмдәренән башлана. Хәҙер уны Сергеевка ауылы ҡатын-ҡыҙҙары отоп алып, район үҙәгенә йыш йөрөй алмағанлыҡтан үҙҙәрендә эшләй. Ирекмәндәр рәтенә һәр кем ҡушыла ала, бының өсөн 8 937 368 06 11 телефон һандары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Алғы һыҙыҡҡа 13 кубометр таҡта. Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән Марс Хәбибрахманов үҙе лә бер нисә тапҡыр гуманитар конвой составында Донбаста булып ҡайта. Әле яугирҙарға даими рәүештә төҙөлөш материалы менән ярҙам күрһәтә.
Бүздәктә «Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы» ла эшләп килә. Шәхси посылкалар, ауылдарҙан ебәрелгән әйберҙәр, төрлө ойошмаларҙан ярҙам бында туплана. Был юлы гуманитар ылау менән аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар, «Нива! машинаһы, дарыуҙар, кейем-һалым йыйыла.
Быларҙың барыһы ла республикала тупланған 101-се гуманитар ылау менән фронтҡа оҙатыласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова