Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендә юл үткәргес төҙөү буйынса эш 12-17 декабрҙә тамамланырға тейеш. Был турала бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ойошторолған брифингта хәбәр ителде.
Ҡышҡы шарттарҙа бетон менән эшләү өсөн электр йылытыуы кәрәк, әгәр һауа торошо йылыраҡ булһа, объект тиҙерәк тапшырыласаҡ, һыуыҡтар процесты бер аҙ тотҡарлауы мөмкин. Әле подрядсылар яңы һәм булған подъезд юлдарын тоташтырыу буйынса эште тамамлай. Өфөнән Көнсығыш сығыу юлына килгәндә, күләмле объект киләһе йылдың ғинуар-февралендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Эш темпының бер аҙ әкренәйеүе финанслау динамикаһына бәйле.