Өфөлә Нияз Мәжитов иҫтәлегенә өсөнсө «Мәжитов уҡыуҙары» башланды

Өфөлә башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусы ғалим, тарих фәндәре докторы, академик, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нияз Абдулхаҡ улы иҫтәлегенә өсөнсө «Мәжитов уҡыуҙары» башланды. Ғилми конференция «Боронғо һәм урта быуаттарҙа үҙәк Евразияның күсмә донъяһы» тип атала. Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған форумда тарих, археология, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм өйрәнеү өлкәләрендә эшләгән йөҙҙән ашыу белгес, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Төркиә ғалимдары ҡатнаша. Пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне.

Фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны шул иҫәптән киләсәктә Башҡортостанда төҙөләсәк Евразия күсмә халыҡтары музейы өсөн кәрәкле материалдар туплау маҡсатында ойошторолған. Комплекста күсмә этностарҙың тарихы, мәҙәниәте, үткәне сағылыш табасаҡ. Мәжитов уҡыуҙарында әүҙем ҡатнашыусы һәм күсмә халыҡтар цивилизацияһын өйрәнеүсе ғалимдарға республика башлығы наградалар тапшырҙы.

Башҡортостан менән икенсе йыл рәттән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Былтыр «Шүлгәнташ» музейында булдыҡ, быйыл Филлипов ҡурғандарында табылған уникаль ҡомартҡылар - сармат алтынын реконструкциялау буйынса эш алып барабыҙ. Ғөмүмән, буласаҡ музей барлыҡ халыҡтарҙы берләштереүсе бер үҙәк булыр тип ышанам.

Ҡырым Алтынбәков, С.Юлаев ордены кавалеры, фәнни-реставрация лабораторияһы етәксеһе, Ҡаҙағстан,