Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Республиканың иң яҡшы бейеүселәре бер сәхнәлә. Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Йылдағыса гала-концерт яңы исемдәр асты. Йолаға ярашлы, быйыл да иң яҡшы хореографҡа 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Мәсетле районының мәҙәни мираҫына әүерелгән «Ҡаҙиғәт» «Байыҡ» сәхнәһендә яңыса һулыш алды. Ҡаҙ хәрәкәттәрен хәтерләткән йола бейеүе мәжүсилеккә барып тоташа. Иҙел Хәкимов менән Таңсулпан Сәғитова өсөн Риф Ғәбитов махсус ҡуйған бейеү Гран-приға лайыҡ булды. Кейемдәрендә лә республиканың төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына хас биҙәктәр һалынған. Дизайнер булараҡ та танылған Иҙел Хәкимов образдарҙы үҙ ҡулы менән эшләгән биҙәүестәр менән байытҡан.

Башҡорт бейеүҙәре милли кейемдән айырылғыһыҙ. Учалы районынан «Йәйғор» халыҡ ансамблендә бер быуатлыҡ яға бетеү ролен үтәй. Конкурста биҙәүес тә, бейеүселәр ҙә һынатманы. Коллектив фольклор ансамблдәре араһында гран-приға лайыҡ булды.

«Байыҡ», ғәҙәттәгесә, премьераларға бай. Махсус бәйге өсөн Риф Ғәбитов коллектив, дуэт һәм яңғыҙ башҡарыусы өсөн яңы бейеүҙәр һалған. Остаздың хеҙмәте һөҙөмтәле: 3 бейеүҙең икәүһе гран-при менән билдәләнде. Халыҡ артисының «Көтөүсе моңон» һәүәҫкәр артистарҙан тәүге булып башҡарған Данил Байбулатовҡа ла иң юғары награда тапшырылды. Шуға ла Риф Ғәбитовтың «Йыл хореографы» исеменә лайыҡ булыуы бер ҙә осраҡлы түгел.

16 йыл дауамында «Байыҡ» яңы исемдәр аса, лайыҡлыларҙы күтәрә. Башҡорт бейеү сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә лә проекттың әһәмиәте юғары.

«Байыҡ» проекты башҡорт милли бейеүе өсөн йән атыусыларҙы берләштерә. Шуға ла бәйге халыҡсанлығы менән һөйөү яулай.

Быйылғы миҙгел тарихи ваҡиға менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Сәхнәгә «Еҙ үксә» бейеүен тәүгә башҡарыусы ижади состав күтәрелде. Башҡорт сәнғәте ветерандары менән менән бер рәттә йәш бейеүселәр ҙә өҙә баҫты. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән башҡорт бейеүенең тамырҙары ныҡ, киләсәге өмөтлө.

Рәзилә Ғиниәтуллина