Башҡортостандың халыҡ артисы Диләрә Иҙрисова Өфөлә тәүге соло концертын бирҙе

«Опера Априори» фестиваленең «Только Гендель» программаһын тамашасы дәррәү алҡыштарға күмде. Рәсәйҙең ике опера һәм балет театры солисының тауышына бөтә донъя ғашиҡ. Музыка сәнғәтендә юғары уңыштарға өлгәшкән яҡташыбыҙ, Диләрә Иҙрисованың сығышын БЮТ ижади төркөм лә күҙәтте.

Сопрано тауышлы Диләрә Иҙрисова донъя опера сәхнәләрендә төп партияларҙа даими сығыш яһай. Сит илдең шығырым тулы залдарында дәррәү алҡыштарға күмелһә лә, тыуған ҡалам Өфөлә тулҡынланыу көслөрәк, ти йырсы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залына уҡытыусылары, хеҙмәттәштәре, яҡындары, тәүге шәхсән концертын көтөп алыусы - моңға ғашиҡтар йыйылды.

Тамашала Диләрә Иҙрисова пианист Яков Кацнельсон менән композитор Гендель операһынан ариялар башҡарҙы. «Барокко принцессаһы» булып танылһа ла, беҙҙә әле Диләрә башҡарыуындағы был әҫәрҙәр халыҡ өсөн ят һәм яңы күренеш, ти музыка белгестәре.

Уңыштың сере - көндәлек хеҙмәттә, ти Диләрә Иҙрисова. Данлыҡлы вокал мәктәбе - Миләүшә Мортазинала уҡыуы менән ғорурлана. Донъя кимәлендә йырсы булараҡ танылыу яулауында музыкаль ғаиләһе, өләсәһе - билдәле йырсы Нажиә Аллаярованың да роле ҙур.

Диләрә Иҙрисованың репертуарында рус, Көнбайыш Европа һәм башҡорт композиторҙарының ария һәм романстары, башҡорт халыҡ йырҙары бар. Программа бары тик Гендель әҫәрҙәренән төҙөлһә лә, тамаша аҙағында һәләтле башҡорт ҡыҙы «Таштуғай» ҙы йырланы.

Тәүге шәхсән концертын тамашасы ихлас ҡабул итте. Башҡарыу оҫталығын юғары баһалап, дәррәү алҡыштарға күмде. Һәләтле яҡташыбыҙ Диләрә Иҙрисованың сығыштарын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарында барған әҫәрҙәрҙә лә күрергә мөмкин.

Фәниә Рафиҡова