Республикала бөтә йорттарға йылы бирелгән

Башҡортостанда бөтә муниципалитеттар йылылыҡ миҙгелгә әҙерлек паспорттары алған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Иҫкәрмә яһалған район һәм ҡалалар етешһеҙлектәрҙе бөтөргән һәм тейешле документ алған.