Ул танылған тарихсы һәм остаз Нияз Мәжитовың 90 йыллығына арнап ойошторола. “Боронғо дәүерҙә һәм Урта быуаттарҙа Үҙәк Евразия күскенселәре донъяһы” тигән темаға халыҡ-ара фәнни конференция уҙғарыла. Форумда Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан белгестәре ҡатнаша. “Быйылғы йыйын айырыуса үҙенсәлекле”, - ти Башҡортостан Күсемһеҙ мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт