Өфө районында кадеттар өсөн слет ойошторолдо

100-ҙән ашыу үҫмер «Огонек» лагеры базаһында ике көн дауамында кинологтар һәм ҡотҡарыусылар хеҙмәте менән яҡындан танышты, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина.

Кинологтар хеҙмәтендә Рекс - пенсионер. Александр Кузнецов уны 2016 йылда көсөк көйөнсә алып, тәрбиәләп алған. Шул ваҡыттан улар ысын дуҫ һәм хеҙмәттәштәр. Овчарка башлыса енәйәтселәрҙе баҫтырыуға өйрәтелгән. Ә бына тыйылған матдәләр һәм шартлатҡыстарҙы эҙләүҙә лабрадорҙар оҫтараҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ниндәй номер буйынса шылтыратыуҙы кадеттар яҡшы белә. Ә бына янғын һүндереүсе кейемен тәүгә күрә. Утҡа ҡаршы махсус туҡыманан тегелгән костюм ауырлығы 30 килограмға тиклем етә ала. Янғын тураһында билдәле булғас, ҡотҡарыусыларға кейенеү һәм частан сығыу өсөн бер минут ҡына ваҡыт бирелә. Оҫталыҡ дәресендә ҡайһы бер үҫмерҙәр форманы ваҡытҡа кейеп ҡараны. Күнекмәлә ҡыҙҙар ҙа һынатманы.

Беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү - кадеттар өсөн мотлаҡ белем. Оҫталыҡ дәресендә иҫен юғалтҡан зыян күреүсегә ярҙам күрһәтеү тәртибе өйрәтелде. Слет сиктәрендә йәш хәрбиҙәр өсөн интеллектуаль һәм этикет саралары ла ҡаралғайны. Сараны ойоштороусылар - баш ҡаланың 41-се мәктәбе етәкселеге.

Рәзилә Ғиниәтуллина