Халыҡ-ара географик диктант Рус география йәмғиәте тарафынан йәмғиәттең попечителдәр советы рәйесе, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса үткәрелә. Мәғрифәтселек сараһы быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо.
Уҙған йәкшәмбе халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы сиктәрендә ойошторолған сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
География фәненә һөйөү төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. Быйыл да республика халҡы халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһында әүҙем ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары һәм хаҡлы ялдағылар, табиптар һәм уҡытыусылар, сәнғәт әһелдәре һәм спортсылар белемен һынап ҡараны. Башҡорт дәүләт медицина университетында ойошторолған майҙанда географик диктантта иң өлкән ҡатнашыусы Геннадий Шевелевға -75, ә иң йәшенә -18 йәш ине.
Халыҡ-ара мәғрифәтселек сараһында ҡатнашыусылар төрлө ҡатмарлыҡтағы 40 һорауға яуап яҙҙы. Уларҙы космостан йыһангирҙар ҙа сәләмләне.
Мәғрифәтселек сараһында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта барып, һигеҙ йыл эсендә диктантта 126 илдән өс миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Халыҡсан сара быйыл республиканың меңдән ашыу майҙансығында ойошторолдо.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҙма эш 13 майҙанда үтте.Унда ер-һыу атамалары, илдәр һәм ҡитғалар хаҡындағы белем кимәлен биш йөҙҙән ашыу кеше тикшереп ҡараны.
Һорауҙарҙың шаҡтай өлөшө география менән мауығыусылар тарафынан төҙөлгән. Башҡортостан халҡы өсөн география фәндең иң кәрәкле өлкәһе булып ҡала. Мәғрифәтселек сараһында ҡатнашҡан һәр кеше географик диктантты образлы фекергә, системалы логикаға, тәрән эрудицияға таянып яҙҙы. Һөҙөмтәләр менән 20 декабрҙән һуң Рус география йәмғиәте сайтында танышырға мөмкин.
Халыҡ-ара географик диктант 2015 йылдан алып үткәрелә. Мәғрифәтселек сараһы алыҫ саҡрымдарға йөрөүсе поездарҙа, вокзалдарҙа, музейҙарҙа, ҡурсаулыҡтарҙа, хатта йыһанда ла яҙылған. Ике йыл элек географик диктант Антарктидала ла үткәрелгән. Мәғрифәтселек акцияһының төп маҡсаты-георграфия фәнен популярлаштырыу.
Гүзәл Борханова