Махсус хәрби операция ветерандары Өфөгә килде

Улар “Ватанды һаҡлаусылар Кубогында” ҡатнаша.  Төбәк-ара спорт ярышы Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә башланды. Кубокта Волга буйы һәм Урал федераль округы спортсылары көс һынаша. 6 спорт төрө буйынса миҙалдар уйнатыла. Бынан тыш, махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре араһында илһөйәрлек фестивале уҙғарыла.  Хәбәрсебеҙ Динара Сафина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ “Геройҙар дәүере” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторола. Ватанды һаҡлаусылар Кубогын ябыу тантанаһы иртәгә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында була. Яугирҙәр араһында беренсе ошондай ярыш быйыл августа Кузбасс ҡалаһында уҙғарылды.