Тантаналы ултырыш Федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығында үтте. «Росгвардия» ветерандарының Башҡортостан бүлексәһе уңышлы эшләгән йәмәғәт ойошмаларының береһе. Бында һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса даими эш алып барыла.
Ветерандар йәш быуын менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, патриотик саралар, спорт ярыштары ойоштора. Тантанала ветәрандарға әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерелде. Бүләкләнеүселәр араһында оҙаҡ йылдар ошо системала эшләгән кешеләр бар, улар әле лә тыуған төйәгенең именлеге һағында тора. Сарала Росгвардияның эшмәкәрлеген даими яҡтыртҡан өсөн «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ла рәхмәт белдерелде, «Яңылыҡтар» редакцияһы журналистарының хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланды.