1996 йылдан билдәләнгән дата алыҫтан сигнал тапшырыу өлкәһендәге алдынғы технологияның барлыҡҡа килеүе менән бәйле түгел. Ә телевидениеның глобаль әһәмиәтен һәм уның мөмкинлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алыу.
Һөнәри байрамы айҡанлы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында юбилярҙар һәм телевидение эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде.
«Яңылыҡтар» хеҙмәтенән хеҙмәттәшебеҙ Рәйлә Күсемханова Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Рәйлә Нурислам ҡыҙы «Яңылыҡтар»ҙа яңғыраған башҡорт телендәге текстарҙы мөхәррирләй. Республикабыҙ тормошондағы сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларҙы, мөһим хәбәрҙәрҙе сәғәте-минуты менән халыҡҡа үҙ телебеҙҙә камил, дөрөҫ итеп еткереүҙә коллегабыҙҙың өлөшө ҙур.