Федерация советында быйыл июндә Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы форумына йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ил парламентының юғары палатаһы рәйесе Валентина Матвиенко республиканың башҡарған эшен юғары баһаланы. Майҙансыҡтарҙа Рәсәй менән Белоруссия төбәктәре һәм компаниялары араһында рекордлы һанда килешеүҙәр төҙөлгән.
Республика етәкселегенең хеҙмәте наградалар менән билдәләнде. Валентина Матвиенко Радий Хәбировҡа форумды ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн Федерация Советының почет грамотаһын тапшырҙы. Ә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Федерация Советы рәйесенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Башҡортосан башлығы Валентина Матвиенкоға республиканың идара итеү командаһы эшен юғары баһалағаны һәм күрһәткән ышанысы өсөн рәхмәт әйтте.