Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, егеттәрҙең яҡындары, дуҫтары килде. Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә бер йылдан ашыу, ошо ваҡыт эсендә улар икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡан. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, балалар, студенттар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Алыҫ юлға яугирҙар үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп сыҡҡан. Алғы һыҙыҡтағыларға тыуған яҡ сәләмен алып барабыҙ, ти яҡташтарыбыҙ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов үҙ сығышында Республика тарафынан яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярам күрһәтелеүен билдәләне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктә 40-ҡа яҡын социаль ярҙам төрө ҡаралған. Республика етәкселеге алғы һыҙыҡтағылар менән даими осрашып бар проблемаларҙы ла шәхси контролдә тота. Әле махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы 101-се гуманитар колонна юлға сыға, ылау егеттәрҙең теләк-ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән генә тупланған.