Өфөлә «Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы башланды

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары араһында «Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы башланды. Турнир Рима Батталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ике көн дауамында барасаҡ. Унда Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан тиҫтәләрсә ветеран ҡатнаша. Башҡортостан намыҫын 14 яугир яҡлаясаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рәсәйҙең Урал һәм Волга буйы федераль округынан 200-ләп ҡатнашыусы. Махсус хәрби операция ветерандарынан торған делегацияны халыҡ аяғүрә алҡышланы. Өфө «Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһын ҡабул иткән икенсе ҡала. Беренсе тапҡыр бындай ярыштар Кемеров өлкәһендә ойошторолғаны.

Башҡортостандың «Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһын ҡабул итеүе осраҡлы түгел. Республика Рәсәй спортын күтәргән алдынғы төбәктәр исемлегендә. Паралимпиада миҫалында ғына мәҫәлән, Рима Батталова, Оксана Савченко, Ирек Зарипов кеүек күп тапҡыр Донъя һәм Европа чемпиондары айырым билдәләнеп үтте.

Ғөмүмән, Ватан һаҡсыларына социаль яҡтан булышлыҡ итеү эше республикала бар яҡлап та яйға һалыныуы билдәләнде. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалының ярты йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда ғына 11 мең самаһы мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Турнирҙы асыу тантанаһы сиктәрендә Паралимпия дәрестәре лә үтте. Ул илдәге йәмғиәт хәрәкәте һәм эшмәкәрлеге, спорт төрҙәре айырым миҫалдар менән күҙ алдына баҫтырҙы. Килгән халыҡты тағы ла ҡыҙыҡһындырыр өсөн оҫталыҡ дәрестәр лә ойошторолдо.

Фехтование мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған спорт сараларының береһе. Әбйәлил егете Тимур Лоҡманов та был төргә осраҡлы килмәгән. Махсус хәрби операциянан һуң тулы реабилитация үтеп, замандашыбыҙ яңынан йәшәргә өйрәнә. Үҙендә рух көсө табып, ҙур спортҡа килә. Төп маҡсат - Паралимпия уйындарында ҡатнашыу.

«Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы тап ошо маҡсатта ойошторола ла инде. Махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашлығындағы турнир иртәгә лә дауам итә. Әйткәндәй, сара сиктәрендә ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн илһөйәрлек фестивале һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында «Геройҙар ваҡыты» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл ойошторолоуы көтөлә.

Азат Ғәлиуллин