Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков кәңәшмә үткәрҙе. Унда Палестинанан күскенселәрҙе ҡабул итеү мәсьәләһе ҡаралды. Беҙҙең республикаға 250 кеше ебәреү мөмкинлеге өйрәнелә. Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә ваҡытлыса йәшәү урындары әҙерләргә ҡушты. Быға тиклем Башҡортостан Башлығы диндарҙарҙың Палестина халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү башланғысын хупланы. Бының өсөн берҙәм логистика үҙәге майҙансығы тәҡдим ителде. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, республика халҡы ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт