Башҡортостанда ҡош-ҡорт кәмегән

Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле республика хужалыҡтарында 4 миллион 900 мең ҡош бар. Бер йыл элек был һан ике тапҡырға ҙурыраҡ булған. Башҡа мал-тыуарҙың һаны үҙгәрмәгән. Предприятиеларҙа 253 мең һыйыр малы, 541 мең сусҡа, 22 мең 800 йылҡы, 18 мең 600 һарыҡ һәм кәзә аҫрала. Ҡош-ҡорт кәмеүен Өфө районында киҙеү асыҡланыуы менән аңлаталар. Ҙур хужалыҡта бөтә ҡош-ҡорт юҡ ителде.