Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ике республиканың Халыҡ Советтары менән килешеү төҙөй. Документ тейешле тикшереү үткән. Уға йыл аҙағына тиклем ҡул ҡуйыу ҡарала. “Республика парламенттары закондарҙы камиллашытырыу йүнәлешендә бәйләнештәрҙе нығыта. Шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, делегациялар менән алмашыу, стажировка үтеү, берлектә саралар ойоштороу ҡарала”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Башҡортостан тәжрибәһе илдең яңы төбәктәренә парламент эшен уңышлы ойошторорға ярҙам итәсәк.