Бәләбәй медицина колледжында йәмғиәт мәсьәләләрен хәл итерҙәй социаль проекттар ҡаралды. Ҡалала бөгөн сәләмәт йәшәү рәүешенә йүнәлтелгән «ПРО-форум» Халыҡ-ара конкурстың һайлап алыу этабы үтте. Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған сарала тиҫтәнән ашыу команда сығыш яһаны. Улар йәмғиәт хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлегенә бәйле төрлө тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Уларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары республика, ил кимәлендә һынау тотасаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Баҡалы район үҙәгенең 1-се мәктәбе уҡыусыларының бындай төр форумда тәүгә ҡатнашыуы. Шуға ҡарамаҫтан ҡыҙҙар йәмғиәт проблемаларын асыҡлауға һәм хәл итеү юлдарын барлауға етди тотонған.
Бәләбәй медицина колледжында тормошҡа ашырылған форум бөгөн өсөнсөгә ойошторолдо. Республика район-ҡалаларынан килгән малай-ҡыҙҙар үҙ социаль проекттары менән сығыш яһаны. Уларҙың һәр ҡайһыһы йәмғиәт үҫеше өсөн мөһим, кәрәкле һәм киләсәкле лә. Әммә, эште еренә еткереп башҡарғаны ғына артабан тормошҡа ашырыуға лайыҡлы тип табылды.
Быйыл конкурс илдең бер юлы 49 төбәгендә, йәмғеһе 5 меңдән ашыу уҡыусылар ҡатнашлығында үтте. Шулай уҡ сара Беларусь һәм Әрмәнстан илдәрендә лә ойошторолдо. Иң яҡшы социаль проекттар артабан бер майҙанда осрашасаҡ.
Азат Ғәлиуллин