Бөгөн Өфөлә «Иртәгәнән һуң. Эшҡыуарлыҡ күҙлегенән» тип исемләнгән халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. 1 декабргә тиклем дауам итәсәк ун алтынсы халыҡ-ара бизнес аҙналығы быйыл 4 меңдән ашыу кешене берләштерә. Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм 21 илдән, шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран һәм башҡа илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Космосҡа беренсе булып осҡан йыһангирҙың ҡанатлы һүҙҙәре халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығын асыуҙа осраҡлы яңғыраманы. Егерменән ашыу ил вәкилдәре һөнәри күҙлектән киләсәккә барып ҡайтып иҡтисади үҫеш юлдарын ҡарай.
Төбәк етәксеһе илдең иҡтисад министры Юрий Чеботарь етәкселегендәге Беларусь делегацияһы менән осрашты. Уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын һәм хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу перспективалары тикшерелде.
Башҡортостан башлығы шулай уҡ халыҡ-ара бизнесты үҫтереү үҙәге директоры Ли Янцзюнь етәкселегендәге Ҡытай халыҡ республикаһы делегацияһы менән аралашты.
Ҡытайҙы сикһеҙ мөмкинлектәр менән ҡеүәтле партнер итеп ҡарайбыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Халыҡ-ара бизнес аҙналығы һөҙөмтәләре буйынса һөйләшеүҙәр стадияһынан үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә, тауар әйләнешен арттырыуға һәм яңы инвестиция проекттарына күсеүгә ышаныс белдерҙе. Уларҙың береһе Башҡортостанда электр ҡорамалдары етештереү заводын асырға теләк белдерә.
90-сы йылдарҙан бирле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе Азамат Сәлихов һуңғы биш йылда Төркиәнән тауар ташый. Йүнсел артабан Ҡытайға күпер һалмаҡсы.
Төркиәнән ҙур делегация килгән. Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле белдереүенсә, йыл башында логистикала һәм аҡса әйләнешендә ҡатмарлыҡ булып алған. Элек сауҙа долларҙа алып барылһа, ул хәҙер төрөк лираһы һәм Рәсәй һумы менән иҫәпләнә.
Форумда бөтәһе 50-нән ашыу сара ойошторола, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә 2050 йылға тиклемге мөмкинлектәр барлана.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығында эшлекле программа сиктәрендә бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары, төҙөлөштөң һанлы киләсәге, электрон сауҙа, заман шарттарында эшҡыуарлыҡты яҡлау тикшерелә.
Санкция һәм башҡа ҡаршылыҡтар был өлкәне сыныҡтыра ғына тип әйтергә мөмкин. Сөнки бер ишектәр ябылһа, йүнселдәр икенселәрен асырға күнеккән.
Рәмилә Исмәғилева