Башҡортостан Рәсәйҙең паралимпия хәрәкәте лидерҙарының береһе. Был хаҡта Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа белдерҙе. Фекер алышыуҙа спорт ойошмаһының элекке етәксеһе Владимир Лукин да ҡатнашты.
Яҡтар республикала адаптив физик культураның үҫешен тикшерҙе. Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәр махсус операциянан һуң реабилитация үтергә мәжбүр булған хәҙерге шарттарҙа был эштең айырыуса мөһимлеген билдәләне.
Ҡунаҡтар Ватанды һаҡлаусылар Кубогының яҡшы ойошторолоуын билдәләне. Павел Рожков йәйге уйындарҙа Башҡортостан паралимпиясыларының күптән түгел яулаған триумфы хаҡында ла һөйләне. Бүләк итеп ул республика башлығына ярыштарҙа ҡатнашыусылар яулаған миҙалдарҙың бөтә төрҙәре менән инсталляция тапшырҙы.