Ике көн дауамында барған форум спорт турниры менән бергә, эшлекле осрашыуҙарҙы ла үҙ эсенә алды. Бөгөн дәүләт һәм йәмәғәт ағзаларының иғтибар үҙәгендә махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаиләләре, улдарын юғалтҡан әсәләр сығыш яһаны. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһының икенсе көнө ярыштар менән бергә, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр менән дә дауам итте. Республика менән идара итеү үҙәгендә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының бар филиал етәкселәре ҡатнашлығындағы семинар-кәңәшмә үтте. Уның барышында Рәсәйҙең Урал һәм Волга буйы федераль округтарында адаптив физик культура һәм спорт һорауҙары ҡаралды. Шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарын борсоған төрлө социаль мәсьәләләр ҙә уртаға һалып һөйләшелде.
Башҡортостан ауыл хужалығының Коллоналар залында иһә улдарын юғалтҡан әсәләр осрашты. «Геройҙар ваҡыты» исеме аҫтында ойошторолған түңәрәк өҫтәл Республика Хөкүмәте вәкилдәре, дәүләт һәм йәмӘғәт ағзалары ҡатнашлығында үтте.
Түңәрәк өҫтәл артында күтәрелгән төп һорауҙар махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының әсәләре, ғаиләләре һәм уларҙың балаларына арналды. Улдарын юғалтҡан әсәләр мәҫәлән, тәжрибәләренән сығып үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Уның нигеҙендә республика Хөкүмәте, йәмғиәт ағзалары тәҡдимдәрен индерә барҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө «Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһын ҡабул иткән икенсе ҡала. Беренсе тапҡыр бындай ярыштар Кемеров өлкәһендә ойошторолғайны. Башҡортостандағы турнир барышында бындай төр осрашыуҙар илдең башҡа төбәктәрендә лә үтәсәге билдәләнде.
Азат Ғәлиуллин