Бөгөн республиканың Урал аръяғы төбәктәрендә боҙло ямғыр яуҙы. Һөҙөмтәлә юлдар боҙлауыҡҡа әйләнде.
Һауа шарттарына ярашлы, Баймаҡ-Сибай юлы көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ябыҡ булды. Сөнки водителдәргә Хәсән ауылы эргәһендәге тауға күтәрелеү ауыр бирелде. Тайғаҡ юлда йығылып имәгәнеүселәр ҙә күбәйгән. Шуға ла белгестәр халыҡты алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Бөгөн ҡырҙа йөрөгән малдар ҙа юл аша сыға алмай яфаланды. Әйткәндәй, юлдарҙың боҙлауыҡҡа әйләнеүенә шатланыусылар бар. Мөмкинлектән файҙаланып ҡайһы берәүҙәр урам буйлап конькиҙа шыуған.
Метеорологик күренештәрҙең насар булыуын иҫәпкә алып М-5 федераль трассаһының Башҡортостан менән Силәбе сигендә транспорт хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелде. Ул иртәгә иртәнге сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә ҡала. Насар һауа шарттарын иҫәпкә алып сикләүҙең тамамланыу ваҡыты үҙгәрергә мөмкин. Был сикләүҙәр пассажир автобустарына, маршрут таксиҙарына, ауыр йөк транспортына, еңел таксиҙарға ҡағыла. Водителдәргә маршрутты планлаштырғанда, ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алырға кәңәш ителә.