Өфөнөң Нуғай ауылындағы 147-се мәктәп «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылды. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡалалар араһында ойошторолған ярышта Башҡортостан данын Нуғай, Нефтекама ҡалаһы һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәптәре яҡланы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
147-cе мәктәп ашнаҡсыларының эш көнө таңғы алтынсы яртыла башлана. Гүзәл заттар тырышлығы менән 3000 балаға тәмле һәм файҙаллы аш бешерелә. Улар үҙ эшен бишле билдәһенә башҡара. 147-се мәктәп «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылды.
Мәктәп ашханаһында Нуғай, Зинин һәм Жилин ауылдарынан малай-ҡыҙҙар туҡлана. Ашнаҡсылар сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләре буйынса бешерә. Менюла һәр саҡ ит, гарнир, йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары, һуттар тәҡдим ителә.
Ашнаҡсыларҙың Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеү яулауы санитар талаптарҙы теүәл үтәүгә һәм балаларҙы яратыуға бәйле. Мәктәп былтыр республика кимәлендә беренсе урынға лайыҡ булғайны. Ә Нефтекама һәм Нуриман районы белем усаҡтары ла Рәсәй конкурсында үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә. Красный Ключ мәктәбе иң яҡшы ауыл ашханаһы тип танылһа, Нефтекама мәктәбе финалда ике номинация буйынса билдәләнде.
Флорида Ким