Йырсы һәм яугир Марсель Фәрхетдинов шулай тип белдерҙе. Республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты былтыр августа Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Ул сентябрҙә алғы һыҙыҡҡа юллана. Бөгөн “Певец” ҡушаматлы һалдат “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хәрби бурысын үтәй, йырҙары менән яугирҙәрҙең рухын күтәрә. "Республикабыҙ ир-егеттәре бер ҡасан да һынатмай. Улар бында ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ", - ти сапер Марсель Фәрхетдинов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса Марсель Фәрхетдиновҡа Генерал Шайморатов миҙалы тапшырыла.
Рәсәй Оборона министрлығы ир-егеттәрҙе килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә саҡыра. Башҡортостанда хәрби контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион һумға етте. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә 30 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Контракт төҙөргә теләүселәргә 117 телефоны буйынса белешмә алырға була. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.