Мәртәбәле сара Өфөлә 1 декабргә тиклем дауам итә. Башҡортостан Башлығы Беларусь Иҡтисад министры Юрий Чеботарь менән аралашты. Уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеү булды. Радий Хәбиров Ҡытайҙың Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү үҙәге етәксеһе Ли Янцзюнь менән дә әңгәмә ҡорҙо. Хеҙмәттәшлекте һәм сауҙаны үҫтереү, яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре күтәрелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының тәүге көнөндә бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Беларустең Брест районы һәм Башҡортостандың Өфө районы туғандаш мөнәсәбәттәр урынлаштырҙы, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ҡытай-Беларусь индустриаль паркы хеҙмәттәшлек итергә килеште, “Рәсәй терәге” эшҡыуарлыҡ төбәк ойошмаһы һәм “Башҡортостан микрокредит компанияһы” уртаҡ проекттар тормошҡа ашырырға ниәтләй. Форумда 21 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.