Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы 80 процентҡа әҙер

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына буйынса күпер, эстакада һәм юл айырсаһында асфальт түшәлде. Объектта төҙөлөш һәм ҡороу эштәре тәүлек әйләнәһе бара. Көнсығыш сығыу юлы буйлап автомобиль хәрәкәте киләһе йылдың беренсе кварталында башланырға тейеш. Проектҡа ярашлы, бында тоннель төҙөлдө, күпер һалынды, М-5 “Урал” федераль трассаһына сыҡҡан тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы барлыҡҡа килде.