Башҡортостан Ҡытайға ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы арттыра

Уҙған йылда  11 мең тонна йөк оҙатылһа, быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында 70 мең тоннаға еткән. Өфөлә  Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы  вәкилдәре Ҡытайҙың Халыҡ-ара сауҙа үҫеше үҙәге делегацияһы менән осрашты. - Ҡытай менән мөнәсәбәттәр яҡшы. Конкуренция ҙур. Был баҙарға сифатлы  продукция менән үтеп инәбеҙ, - тине  вице-премьер-Ауыл  хужалығы  министры  Илшат Фәзрахманов . Халыҡ-ара бизнес аҙналығы  дауам итә.  Өфөгә  илдең бөтә  төбәктәренән һәм  21 илдән делегациялар килде.