Башҡортостан торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе

Бөгөн Республика Башлығы Радий  Хәбиров Төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында  ҡатнашты. Уны вице-премьер Марат Хөснуллин уҙғарҙы. Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостан етәкселегенә проекттарҙың ваҡытында ғәмәлгә ашырылыуы өсөн рәхмәт белдерҙе. - Башҡортостанда бөтә күрһәткестәр һәйбәт. Торлаҡ төҙөлөшөндә  һөҙөмтәләр үтә яҡшы,  - тине  Марат Хөснуллин.