Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта бара. Республика Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында шулай тип белдерҙе. -Бөгөн беҙ алдағы биш йылға план ҡорабыҙ, иҡтисадта, социаль өлкәлә, башҡа тармаҡтарҙа маҡсаттар ҡуябыҙ. Беҙҙең һәр беребеҙ йыш осраҡта киләсәктең ниндәй буласағын билдәләйбеҙ. Кешеләр, ғаиләләр именлеген, йәшәү уңайлығын тәьмин итеү етәкселек эшенең төп йүнәлештәре - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы Ҡаҙағстан һәм Беларусь делегацияларын айырым сәләмләне. Был илдәр төбәктәре менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған. Ҡытай - ҙур иҡтисади партнер булып тора.