Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ирекмәндәр төркөмө булдырылған. Гүзәл заттар мәҙәниәт йорто фойеһына йыйылып эшләй. Әлегә иҫәп буйынса йөҙөнсө септә үрелә.
Раушания Рамаҙанованың изге башланғысын күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә күтәреп алған, төбәктә ирекмәндәр хәрәкәте көсәйә генә. Маскировка селтәренә алғы һыҙыҡта ихтыяж юғары, был турала хәрбиҙәрҙең яҡындары ла билдәләй. Япмалар танкты һәм башҡа техниканы хәрби һөжүмдән йәшерергә ярҙам итә.
Мәҙәниәт йорто фойеһы гуманитар ылау туплау пунктына әйләнгән. Хәрбиҙәргә йылы кейемдәр, яҫтыҡ-юрғандар әҙерләнгән. Быға тиклем ауыл халҡы көсө менән махсус хәрби операция биләмәһенә квадракоптер, тепловизорҙар ҙа ебәрелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаштар бәйләп, билбау тегеп тә, алғы һыҙыҡтағыларға күңел йылыһын еткерә.