Республиканың төрлө район-ҡалаларынан 11 кеше бар уңайлыҡтары менән йыһазландырылған машиналы булды. Быйыл мөмкинлене сикләнгән 50 кешенең машинаһы яңыртылған.
Ҡулдарына автомобиль асҡысы алыусылар әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныс кисерә. Өр-яңы ҡорос атҡа ултырыусылар араһында Ғафури районы Мораҡ ауылында йөшәүсе Рим Әбдрәхимов та бар. Типһә тимер өҙөрҙәй егет нефть быраулауҙа эшләгән ваҡытында аяғын ике урындан һындыра. Табиптар уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн 10 тәүлек көрәшә. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Һул аяғын ҡырҡалар. Дәүләт тарафынан автомобиль бүленеүе икенсе төркөм инвалиды Рим Тимерғәле улының тормошон күпкә еңеләйтәсәк.
Яңы автомобиль документтары мөмкинлектәре сикләнгән тағы ла 10 кешегә тапшырылды. Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөгөнгө көнгә тиклем республикала 2050 кеше яңы машиналы булған. Автотранспорт медицина- социаль экспертиза учреждениеһы күрһәтмәһе буйынса бирелә. Эш урынында бәхетһеҙ осраҡҡа юлығыусылар өсөн социаль реабилитация ярҙамының башҡа төрҙәре лә ҡаралған.
Автомобиль алыусылар араһында махсус транспортын икенсегә, өсөнсөгә алмаштырыусылар ҙа бар. Эш урынында йәрәхәтләнеүселәр транспортын ете йыл һайын яңыртып тора, иҫкеһен дә үҙендә ҡалдырыу хоҡуғына эйә.
Махсус автомобилдәр физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ҡулайлаштырылған. Машина ҡул менән дә идара ителә, ғәҙәти ҡоролмалары ла һаҡланған. Һәр автомобиль айырым кешегә тәғәйенләнгән.
Социаль страховалау фонды тарафынан эш урынында йәрәхәтләнеүселәрҙе тәьмин итеүгә 1, 6 миллиард һум аҡса йүнәлтеләэ Махсус автомобиль хужаһының транспортын хеҙмәтләндереү сығымдарын ҡаплау ҙа ҡаралған. Был яғыулыҡ һәм ремонтҡа ҡағыла.
Гүзәл Борханова