“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы быйыл 123 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, парк һәм скверҙарҙа яҡтыртҡыстар ҡуйыла, юлға асфальт түшәлә, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары барлыҡҡа килә, арт-объекттар урынлаштырыла. Мәҫәлән, Күгәрсен районы үҙәге – Мораҡ ауылында элекке баҙар майҙанында ял итеү урыны булдырылды. Бында юлға таш түшәлгән, балалар майҙансығы йыһазландырылған, газон ултыртылған һәм скейт-парк урынлаштырылған.