Өфөлә төп яңы йыл ҡаласыҡтарын биҙәү үҙенсәлектәре асыҡланды

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Конгресс-холл һәм Ҡала советы алдындағы майҙандарҙы байрамса биҙәү өсөн 41,5 миллион һум һалынған. Боҙ ҡаласыҡтары 22 декабргә әҙер булырға тейеш. Төп майҙандарҙа 32 метрлыҡ пиксель шыршылар ҡуйыла, Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу һындары, төрлө боҙ скульптуралары ҡорола, гирляндалар эленә. Ҡала советы алдындағы майҙанда Ҡыш Бабай ихатаһы ла урынлаштырыла.