Башҡортостанда ирекле батальондар төҙөү буйынса үҙәк штабына - 9 ай

Тыуған илгә һөйөү, хөрмәт һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ошондай сифаттар берләштерә.

Быйыл февралдә Башҡортостанда ирекле батальондар төҙөү буйынса үҙәк штаб ойошторолдо. Тәүге булып Даян Мурзин исемендәге батальонға ир-егеттәр ҡабул ителә башланды. Һуңғараҡ башҡа исемле батальондарҙы ла ойошторорға команда килде. 9 ай эсендә штаб коллективы бер нисә мең кешене йыйып, оборона министрлығына һәм Росгвардияға оҙата. Эш көн һайын алып барыла. Штабҡа үҙ ирке менән контракт төҙөргә теләүселәр даими килә. Бөтә кешеләргә лә тулы консультация һәм документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтелә.

Үҙәк штаб йәмәғәт ойошмаһы булһа ла, хәрби комиссариаттар кеүек функцияларҙы үтәй. Ул ир-аттарға тиҙерәк һәм тотҡарлыҡһыҙ ил һағына баҫырға ярҙам итеү менән шөғөллөнә. Штаб етәкселеге әйтеүенсә, бөгөн Ватан һағына баҫырға теләүселәр араһында сит төбәк вәкилдәре лә күп.