Зубов ауылы «Белем» мәғариф үҙәге хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға «Нива» әҙерләй

Өфө районы яугирҙарҙы ҡеүәтләй. Зубов ауылы «Белем» мәғариф үҙәге хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә «Нива» машинаһын оҙатырға әҙерләнә. Техниканы учреждение директоры интернет киңлектәрендә табып, һатып алған. Ирекмәндәр машинаны ремонтлап, буятҡан. Ошо көндәрҙә уға махсус наклейкалар ҙа йәбештерелгән. Машина декабрҙә Өфө районынан гуманитар конвой сафында Украиналағы хәрби бәрелештәр биләмәһенә оҙатыласаҡ. Ярҙамды туплауҙа райондың бөтә белем усаҡтары ла ҡатнаша.

Ошо көндәрҙә уҡыусылар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк машинаны гуманитар ярҙам менән тултырасаҡ. Битараф булмаған үҫмерҙәр яугирҙарға медицина кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр алып килә. Ә иң мөһиме - яугирҙар өсөн йылы һүҙ. Уҡыусылар машина эсенә изге теләктәр ҙә яҙған. Хаттарҙа тыуған яҡ сәләмдәре еткерелә.