Баймаҡ районы Байыш ауылында бер юлы ике шишмә төҙөкләндерелде

Халыҡҡа таҙа эсәр һыу. Баймаҡ районы Байыш ауылында бер юлы ике шишмә төҙөкләндерелде. «Ҡыҙҙар ҡоҙоғо» менән «Уҫаҡлы йыра» сығанаҡтарын халыҡ таҙартып, кәртәләрен яңыртты. Был Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты башланғысы менән үткәрелде.

Ауыл ситендә урынлашҡан «Ҡыҙҙар ҡоҙоғо»нан кеше өҙөлмәй. Уның татлы, йомшаҡ һыуын Байыштар яратып ҡуллана. Шишмәнең һыуы ҡоролоҡ йылдарында ла кәмемәгән. Ауыл халҡы уның тирә-яғын кәртәләп, сағыу төҫтәргә буяп, эргәһенә уңайлы ял итеү урындарын да эшләп ҡуйған.

“Уҫаҡлы йыра” шишмәһен кәртәләүҙә Ишмөхәмәттә тыуып, әлеге ваҡытта Урғаҙа ауылында йәшәүсе 92 йәшлек Хәйривара Ғүмәров финанс ярҙамы күрәткән. Хажины был сығанаҡ бала сағына алып ҡайта. Был изге эште ул әсәһенең рухына бағышлай.

Йәшәү сығанағы булған шишмәләргә төбәктә айырым иғтибар бүленеүе ҡыуаныслы. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Сылтыр шишмә” акцияһына ярашлы һуңғы йылдарҙа 120-нән ашыу инеш төҙөкләндерелгән.

Раушаниә Рәхимова