Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙәрендә бушлай социаль ярҙам ала

Респулика парламенты ошо турала закон ҡабул итте. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, фатирҙы йыйыштырыу, кер йыуыу, аш-һыу әҙерләү, хат яҙыу һәм башҡа хеҙмәттәр ҡаралған. - Бындай закон  махсус хәрби операцияла ҡатнашып, бурысын үтәгәндә яраланып инвалид булып ҡалғандарға комплекслы социаль ярҙам өсөн ҙур әһәмиәткә эйә,  - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  рәйесе.