Өфөлә «Торнаҡай» реабилитация үҙәге асылды

Өфөлә һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Торнаҡай» реабилитация үҙәге асылды. Уның төп эшмәкәрлеге социаль-педагогик һәм социаль-медицина хеҙмәте, ауыр хәлдәге балаларға өйҙә мобиль комплекслы ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ бында инвалид балаларға социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса юридик консультация алырға мөмкин. Үҙәктә ата-әсәләрҙе өҫтәмә профессиональ программа буйынса уҡытыу ҙа планлаштырала. Ә балалар өсөн, реабилитация дауалауынан тыш, уларҙы социалләштереү маҡсатында ижади конкурстар үткәрелә.