Баш ҡала мәктәбендә Нияз Мәжитов исемендәге тарих кабинеты эшләй

Хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында Нияз Мәжитов исемендәге тарих кабинеты эшләй. Билдәле Рәсәй археологы исемен йөрөткән кабинет ғалим эшләгән карталар, таблицалар,археологик ҡаҙыныуҙар барышында табылған кейемдәге башҡорт иллюстрациялары менән йыһазландырылған. Ошонда уҡ Нияз Мәжитовтың интернатта бергә уҡыған, һуңынан ғаилә дуҫы булған Рәми Ғариповҡа арналған стенды ла әһәмиәтле. Бынан тыш, уҡыу кабинетында ырыуҙар һәм этнокультур берләшмәләр шәжәрәһе лә лайыҡлы урын алған. Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге кабинет ғалимдың студенты, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин тарафынан булдырылған.