Благовар районы Иҫке Абзан ауылында йәшәүселәр урындағы зыяратты төҙөкләндермәксе. Биләмәне кәртәләү һәм ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү маҡсатында ауыл халҡы «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһына заявка тапшырған. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Ҡәберлек ташы инде күптән мүкләнгән, әммә боронғо ғәрәп телендә уйып яҙылған хәрефтәрҙе бөгөн уҡып була. Бында Мырҙа, ауылға нигеҙ һалыусылар нәҫеле вәкиле Рәхмәтулла Биглов ерләнгән. Ҡәбер ташына яҡынса 200 йыл. Боронғо таштар бында тиҫтәгә яҡын.
Иҫке Абзан ауылында башлыса өлкән йәштәгеләр йәшәй. Боронғо зыяратты урындағылар күптән төҙөкләндерергә теләй. Дөйөм йыйылыштарҙа проект төҙөлгәс, республика программаһында ҡатнашыуға заявка бирелә.
Программа талаптарына ярашлы, сығымдарҙың бер өлөшөн ауыл халҡы ҡапларға тейеш. Иҫке Абзандар кәрәкле сумманы йыйып өлгөргән дә инде. Зыярат биләмәһендә ҡарт ағастарҙы ҡырҡыу өсөн махсус техника ла яллағандар.
«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһына проекттар һайлап алыу башланған. Финанслау күләме артып, 600 миллион һумға барып баҫҡан. Иҫке Абзан ауылы халҡы ла субсидияның бер өлөшөн алырға ышана.
Рәзилә Ғиниәтуллина