«Ҡайҙа хит?» «Юлдаш» радиоһында заманса эстраданың торошо тикшерелде

Республиканың йыр сәнғәте ниндәй хәлдә? Ни өсөн милли эстрадала яңы хиттар аҙ? Башҡорт эстрадаһы үҫешендәге көрсөктөң сәбәптәре ниҙә? «Юлдаш» радиоһы коллективы ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне. Халыҡсан радио ойошторған «Ҡайҙа хит?» конференцияһын Венер Фәйзуллин тыңланы.

Бөгөн йыр сәнғәтендә йондоҙҙар үҙе яҙа, үҙе тыңлай, үҙе йырлай. Ә һүҙе, көйө менән күңелгә ятҡан йырҙар ҡайҙа? Был мәсьәлә йәмғиәтебеҙҙе күптән борсой. Ошо мәсьәләгә даими иғтибар йүнәлткән «Юлдаш» радиоһы билдәле йырсылар, шағирҙар, композитор, сәнғәт эшмәкәрҙәрен, музыка белгестәрен фекер алашыу майҙанына йыйҙы.

Ҡыҙыҡлы, урыны менән уйландыра ла... Фекер алышыу барышында ҡатнашыусылар заман саңы ҡунмаған мәңгелек йырҙарҙы ла хәтергә төшөрҙө.

Ҡыйыу фекерҙәр күп яңғыраны. Әйтәйек һарыҡты кем ашаған, йәки көйҙө кем урлаған?

Ни өсөн профессиональ йырсылар, композиторҙар шағирҙар менән хеҙмәттәшлек итмәй? Конференция мәлендә ижадсыларҙың Яҙыусылар берлегенә, шағирҙарҙың үҙҙәренә бөтөнләй мөрәжәғәт итмәүе асыҡланды. Һөйләшеүҙә йәштәр ҙә үҙ фекерен белдерҙе. Бейби Ти псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы Арыҫлан Тимеров хиттар юҡ тигән фекер менән килешмәй, беҙҙең йырҙар донъя яулай тине ул.

Күп һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Был оло эштең башы ғына. Һөйләшеүҙәр артабан эфирҙарҙа дауам итә. Нисек кенә булмаһын, зауыҡ һәм халыҡсанлыҡ төшөнсәһен юғалтмау мөһим.

Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә, мәғәнәһеҙлеге, йәки көй-шиғыры менән күңелгә ятмағандары ла бар. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре йырҙарҙың сифаты һағында тора, ошо йәһәттән яуаплы эш алып бара, башҡорт йырының кимәле өсөн тырыша. Конференцияла уртаға һалып һөйләшкән темалар йырсыны ла, тамашасыны ла уйландырғандыр.

Венер Фәйзуллин.