Бәләбәй балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ашнаҡсылар курсын үҙләштерә

Был профессиональ эшмәкәрлек өсөн түгел. «Арт. Ашхана» тип исемләнгән проект етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы үҙ-аллы тормошҡа әҙерләүгә йүнәлтелгән. Гастрономия дәресендә БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән репортажда.

Балалар милли ризыҡтарҙы рецепт буйынса бешерергә өйрәнә. Бөгөн улар өсмөйөш әҙерләү оҫталығына төшөндө. Әлегә ҡамыр йәймәһәләр ҙә, эске өлөшөнә нимә һалырға кәрәклеген тәрбиәселәр өйрәтеүе буйынса белә.

Бәләбәй балалар йортонда күптән түгел тормошҡа ашырылған проект үҙен аҡланған. Тәрбиәләнеүселәр үҙ теләге менән аш-һыу серҙәренә төшөнә. Төрлө экспремент үткәреүҙән дә тартынмай.

Кулинария сәнғәтенән тыш, балалар ижади һәләттәрен дә үҫтерә. «АРТ-киңлек» проекты буйынса улар балсыҡтан төрлө һындар әүәләй, балаҫ һуғырға, ҡылҡәләмһеҙ картина төшөрөргә лә өйрәнә. Балаларҙың яңы төр шөғөл үҙләштереүҙәре бер, бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереүе тағы ла мөһим күрһәткес.

Президент гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған майҙансыҡ артабан да киңәйтелеүе ихтимал. Ул әлегеһенән тағы ла күләмлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ булмаҡсы. Ул ижади һәләттәрен үҫтереп кенә ҡалмай, киләсәктә ниндәйҙер өлкәлә махсуслашырға ла этәргес бирә.

Азат Ғәлиуллин