Өфөлә мәктәптәрҙә буллинг темаһына түңәрәк өҫтәл үтте

Башҡортостан парламенты ҡарамағында ойошторолған эшсе төркөм ултырышында Дәүләт думаһы депутаттары һәм федераль эксперттар ҡатнашты. Буллингҡа ҡаршы тороу тураһында закон ҡабул ителгән төбәктәр тәжрибәһе тикшерелде. Ғәмәлдәге сараларҙы өйрәнеп, артабан республикала тейешле закон ҡабул итеү маҡсатында үткәрелде. Эксперттар билдәләүенсә, мәктәп уҡыусыларынан тыш, һуңғы ваҡытта педагогтар ҙа кәмһетеүҙәргә йыш эләгә.