Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Төркиә араһында бәйләнеш булдырылыуы ихтимал. Бөгөн юғары уҡыу йорто етәкселеге һәм проректорҙары Төркиәнең Рәсәйҙәге генераль консулы менән осрашты. Һүҙ ике яҡ араһында бәйләнеш, студенттар һәм фән менән алмашыу өлкәһен яйға һалыу мөмкинлектәре тураһында барҙы. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ университет эргәһендәге клиника эшмәкәрлеге лә ҡыҙыҡһындырҙы. Әйткәндәй, юғары уҡыу йортонда бөгөн тотош донъя илдәренән 5100-ҙән ашыу студент белем ала. Улар араһында төрөктәр ҙә бар.