Башҡорт опера һәм балет театрында премьера

Бөгөн һәм иртәгә баш ҡала тамашасыларына «Рахманинов. Ғүмер оҙайлығы симфонияһы» биографик балеты тәҡдим ителәсәк.

Спектакль 20-се быуаттың ике бөйөк сәнғәт эшмәкәре: Сергей Рахманинов һәм уның дуҫы Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған. Балеттың музыкаль өлөшө Сергей Рахманинов, Петр Чайковский, Модест Мусоргский һәм Карл Черни әҫәрҙәренән тора.

Миҙгел премьераһының либреттоһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Складчиков ижад иткән. Өс акттан торған постановкала балет труппаһынан тыш, опера солистары һәм хор, шулай уҡ Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары ҡатнаша.